Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
19 Октябрь 2023, 11:37

Йәшә, шатлыҡтарға төрөнөп

Хәҙисә АБДРАХМАНОВАны ҡотлайбыҙ!

Йәшә, шатлыҡтарға төрөнөпЙәшә, шатлыҡтарға төрөнөп
Йәшә, шатлыҡтарға төрөнөп

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө һеңлем, бикәсебеҙ, апайыбыҙ - Хәҙисә Ғайса ҡыҙы АБДРАХМАНОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ шул тиклем сабыр йәнле, алсаҡ йөҙлө, яғымлы кеше, яҡты күңеле менән һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышып йәшәй.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, тигеҙ тормош, оҙон ғүмер, шатлыҡ, бәхеттәр генә теләйбеҙ! Бар күңел йылыңды һәм хәстәрлегеңде яҡындарыңа өләшеп, башҡаларға үрнәк булып, матур ғүмер юлы үтәһең. Киләсәктә лә тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡлы, мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп.
Ябай, сабыр, оло йәне бит һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Муллыҡ менән үтһен һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән ағайың Ғайнан, еңгәң Гүзәл, Фәүзиә еңгәң һәм уның балалары Рәмил менән Раил, Розалия.

Автор:
Читайте нас