

Күмертау ҡалаһы
Көҙҙөң матур көндәрендә беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған класташыбыҙ, ғаилә дуҫыбыҙ – Ғәлиә Әғлислам ҡыҙы ХӘЛИЛОВА - 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Ошо яҡты байрамында беҙ, уның ғаилә дуҫтары, уға булған иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең Ғәлиәбеҙ донъялағы иң матур, иң яғымлы, мәрхәмәтле кешеләрҙең береһе. Уның күңел йылыһы барыһына ла етә, бер ҡасан да кешегә ҡарата асыу йөрөтмәҫ, һәр ваҡыт көләс йөҙлө, ярҙамсыл, тәүәкәл, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫ кеше ул. Тормош иптәше, дуҫыбыҙ Рәкит менән Авиатор биҫтәһендә ҙур, матур йорт һалып, 3 ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларҙы лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Бөгөнгө көндә Гүзәл менән Лилиәне кейәүгә биреп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп ултыралар, кескәй ҡыҙҙары Регина уңышлы уҡып йөрөй.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер, көс-дәрт, донъя именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле булып, балаларыңдың, туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тормош иптәшең менән тыныслыҡта, муллыҡта, бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтарығыҙ: Күмертауҙан Гөлсәсәк һәм Минибай Аҙнабаевтар, Өфө ҡалаһынан Гөлсинә һәм Салауат Кинйәбаевтар.