Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
23 Октября 2023, 09:52

Гөрләп торған елле саҡтарың

Рауил ДӘҮЛӘТШИНға шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ!

Гөрләп торған елле саҡтарыңГөрләп торған елле саҡтарың
Гөрләп торған елле саҡтарың

Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫеп Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле класташыбыҙ Рауил Ғәбдрәүеф улы ДӘҮЛӘТШИНды 50 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ!
Класташыбыҙға ғаилә именлеге, йән тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек, эшеңдә ҙур уңыштар ғүмер буйы юлдаш булһын. Һәр ваҡытта шулай тырыш, изге күңелле, ихтирамлы һәм иғтибарлы булып, туғандарыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, ҡыуандырып, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде Хоҙай насип итһен.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап үтһен,
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә.
Иң изге теләктәр менән класташтарың.

Автор:
Читайте нас