Яңы Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө әнейебеҙ, яратҡан, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Рауза Абдулла ҡыҙы ИБРАҺИМОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 75 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең яҡыныбыҙ иҫ киткес сабыр, ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле кеше. Ниндәй генә һынауҙар үтһә лә күңел күтәренкелеген юғалтмай, ауырлыҡтарға бирешмәй, беҙгә һәр ваҡыт үрнәк булып, ҡояш кеүек балҡып йәшәй.
Ҡәҙерлебеҙ, һин булғанда донъябыҙ йәмле, фатихаларың менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, юлдарыбыҙ яҡты. Биргән тәрбиәң, кәңәштәрең өсөн мәңге рәхмәтлебеҙ, һинең алда баш эйәбеҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ!
Гел шулай тормош матурлығына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Яҡындарыңа өләшкән күңел йылың, иғтибарың үҙеңә лә изгелек булып әйләнеп ҡайтһын. Аллаһы Тәғәлә сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан айырмаһын.Тыуыр таңдарың – имен, килер көндәрең – аяҙ булһын.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән һинең ҡәҙерле балаларың Ибраһимовтар, Ғөбәйҙуллиндар һәм Исмәғилевтар ғаиләләре.