

Минең өсөн ошо яҡты, матур донъяларҙы бүләк итеүсе Әнәйем - Райхана Фәрит ҡыҙы ФӘТТӘХОВАның бөгөн- 26 октябрь көнө - тыуған көнө.
Минең Әнәйем шул тиклем асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл, бер ваҡытта ла ауырлыҡтарға бирешә торған кеше түгел ул. Уны ҡалала белмәгән кеше бик һирәктер.
Әнәй, һине тыуған көнөң менән ҡотлап һинең алда баш эйәм. Һин минең һаҡлаусым да, яҡлаусым да, ҡурсалаусым да, фәрештәм дә. Һинең изге доғаларың мине үлгән еремдән терелтте. Һин мине аяҡҡа баҫтырыусым, һинең йылы һүҙҙәрең мине алға табан көс табып йәшәргә этәрҙе. Барыһы өсөн дә, Әнәй, бик ҙур рәхмәт. Мин һине яратам.
Ҡыҙың Гүзәл.