Миңә һине был мәшәҡәтле доньяла ҙууур терәк булыр өсөн, әтейем менән әнәйем бүләк иткәндәр, туғаным. Һинең был доньяла барлығыңды белеп йәшәү минең өсөн шул хәтлем рәхәт. Минең тормошомдоң иң ауыр мәлендә һин булдың янымда...Шул ауыр ваҡыттарҙа ғына аңлайһың икән бер туғаныңдың яныңда терәк булып, һинең өсөн янып-көйөп торғаны Алланың ҙур рәхмәте икәнен. Эльнара туғаным, гел генә һиңә матур һүҙҙәр һөйләп тормаһам да, шуны бел - мин һине бик ныҡ итеп яратам һәм хөрмәт итәм. Һинең был доньяла яратҡан ҡатын һәм бәхетле әсәй булыуыңды күреү-минең өсөн оло бәхет. Яратҡан эшең булыуы ла беҙҙең әнәйебеҙ менән һине уҡытканда һалған көсөбөҙҙөң һөҙөмтәһен күреүе - шатлыҡ.
Эльнара туғаным, ошо бәхеттәреңдән Аллам һине айырмаһын. Һаулыҡтың иң нығын теләйем һиңә, бер ваҡытта ла тормош ауырлыҡтары алдында баш эймә, ныҡ бул, туғаным. Бергәләшеп ошо матур доньяларға тыуғанбыҙ икән, өләсәйебеҙҙең, әнәйебеҙҙең васыяттарынан тайпылмай йәшәйек.
Беҙ һине яратабыҙ.
Ҡотлау менән апайың Гүзәл.