

Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ Рәйлә Ноғман ҡыҙы ЗӘЙНУЛЛИНАны 65 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Иң яҡын кешебеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ. Балаларҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең изгелектәрен күреп, яҡындарҙы һөйөндөрөп, барыһына ла терәк-таяныс булып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, һәр килгән көнгә ҡыуанып, оҙаҡ йылдар бергәләшеп ғүмер кисерергә яҙһын!
Әней! Беҙ һинең бөгөнгөләй көслө рухлы, кешелекле, игелекле, ярҙамсыл, кәңәшсе булып тағы ла күп йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.
Тау араларынан урғылып сыҡҡан шишмәләй яҡыныбыҙҙың да көсө, дәрте урғылып тора. Уҡытыусылыҡ эшендә бай тәжрибә туплаған мөғәллимә ул. Уҡыусыларына ғына түгел, ейәндәренә лә тигеҙ өләшкән йөрәк йылыһы, изге фатихалары, аҡыллы кәңәштәре, бөтмәҫ хәстәрлеге, сабырлығы һоҡландыра. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, алдан тәфсирләп өйрәнә, һуңынан бөтә йәнен биреп, күңелеп һалып еренә еткереп эшләй.
Һөйөклөбөҙ, һиңә бәйгеләрҙә генә түгел, артабанғы тормошоңда ла һынатмай, гөрләп йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Минияз; улың Азат, киленең Гөлназ, ейәнсәрҙәрең Алһыу, Самира, Рания; ҡыҙың Рәмилә, кейәүең Артур, ейәндәрең Асман, Ранил, ейәнсәрең Йәсминә.