Аяҙ булһын күк йөҙөң

Раушания СЫНБУЛАТОВАға иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Аяҙ булһын күк йөҙөңАяҙ булһын күк йөҙөң
Аяҙ булһын күк йөҙөң

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле еңгәбеҙ, инәйебеҙ Раушания Факил ҡыҙы СЫНБУЛАТОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлап иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле булып, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең, туғандарыңдың һөйөүен, күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, парың менән бәхетле оҙон ғүмер кисерергә булһын. Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Ҡотлау менән ҡәйнешең Мәҙәрик, килендәшең Ләйлә һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас