Мөбәрәк булһын байрамың!

Раушания СЫНБУЛАТОВА бөгөн күркәм юбилейын билдәләй.

Мөбәрәк булһын байрамың!Мөбәрәк булһын байрамың!
Мөбәрәк булһын байрамың!

Яҡшымбәт ауылы
Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған кешебеҙ - тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Раушания Факил кыҙы СЫНБУЛАТОВА 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Иҫтәлекле байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап, донъяла булған барлыҡ изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Тәбиғәткә көҙ һары һырылғанда доньяға килһәң дә, һинең йөҙөңдә ҡояш йылыһы балҡый. Ошо йылы беҙҙе тормош һуҡмаҡтарынан ҡурсалай, киләсәккә өмөт менән йәшәргә ярҙам итә. Һинең изге йөрәкле, сабыр холоҡло, ярҙамсыл, көслө ихтиярлы булыуың, дөрөҫлөктө яратыуың менән ғорурланабыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ҡоростай һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөлгән оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә йәшәү дәртен һүндермәй, ғүмереңдең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың ихтирамында бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Байрамың мөбәрәк булһын!
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙөңдө күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Ҡотлау менән тормош иптәшең, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең һәм ейәндәрең.

Автор:
Читайте нас