

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған еңгәбеҙ, инәйебеҙ Раушания Факил ҡыҙы СЫНБУЛАТОВАны күркәм юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Артабан да шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен! Балаларыңдың, ейәндәреңдең изгелеген күреп, Юнир абзыйыбыҙ менән тигеҙ ғүмер теләйбеҙ.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән бикәсең Минзәлә, кейәүең Рәмил һәм беҙҙең балалар.