Һис бирешмәй йәшә

Мәүлиҙә ИШМӨХӘМӘТОВАға матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Һис бирешмәй йәшәҺис бирешмәй йәшә
Һис бирешмәй йәшә

Ҡарай ауылында тыуып үҫеп, шунда ғүмер итеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мәүлиҙә Григорий ҡыҙы ИШМӨХӘМӘТОВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Һөйөклөбөҙ, һинең киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ бик йәшләй был донъяларҙан китеп барҙы, әсәйебеҙ һынманы, ә беҙгә ныҡлы терәк-таяныс булып яңғыҙы үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙы. Киләсәктә лә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй! Оҙон ғүмер, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән балаларың Аида, Артур, Айзилә, кейәүҙәрең Рәмил, Илназ, ейәндәрең Линар, Арсен, Искәндер һәм ейәнсәрҙәрең Динә менән Әминә.

Автор:
Читайте нас