Керәүле-Илюшкин ауылы
Ҡәҙерле һәм яратҡан апайыбыҙ - Зилара Камил ҡыҙы ҒӘББӘСОВАны күркәм ғүмер байрамы - тыуған көнө менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙә булған иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле әсәй, өләсәй. Хәстәрлекле, тыңғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да мул тормошта, туғандарыңдың, яҡындарыңдың ихтирамында, балаларың изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән Хәсәновтар, Әмекәсовтар, Әхтәмовтар, Ҡәҙерғоловтар, Ғәббәсовтар исеменән мырҙаң Камил.