Все новости

Беҙҙең өсөн ҡояш һин

Хәйрулла АҠҺАРОВты ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең өсөн ҡояш һин
Беҙҙең өсөн ҡояш һин

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Хәйрулла Нурулла улы АҠҺАРОВты ғүмеренең күркәм байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлап иң матур, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Хәстәрлекле, тырыш, ярҙамсыл, изге күңелле әтейебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай оҙон ғүмер, балаларыңдың, ейән-ейәнсәреңдең изгелеген күреп, күңел йылыһын тойоп, йән тыныслығында йәшәүеңде теләйбеҙ!
Киләсәктә лә беҙҙе шатландырып, һәр яңы көнгә ҡыуанып, тормошобоҙҙоң йәме, йортобоҙҙоң ҡото булып, әнәйебеҙ менән сәләмәтлектә, ҡәҙер хөрмәткә төрөнөп, беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ!
Һин бит, әтей, беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, әтей, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ!
Ҡотло булһын, әтей, тыуған көнөң.
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙкәйең.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән
Үтһен һинен килер көндәрең!
Иң изге теләктәр менән: тормош иптәшең Тәскирә, улың Рәсил, ҡыҙың Ләйсән, кейәүең Рәил, ейәнең Асҡар, ейәнсәрең Әҙилә.

Автор:
Читайте нас: