Тыуған көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле тормош юлы үтеүеңде теләйем. Айҙар туғаным менән үҫтергән күҙ нурҙарығыҙ - балаларығыҙҙың шатлыҡтарын күреп, ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәргә насип итһен Аллам.
Рәмилә, һинең беҙгә эшләгән изгелектәрең меңләтә яҡшылыктар булып әйләнеп ҡайтһын. Иң ауыр ваҡытыбыҙҙа һин беҙҙе бер көнгә лә тәмле аштарыңдан өҙмәнең, һәр ваҡыт яныбыҙҙа булдың, йылы һүҙҙәреңде йәлләмәнең. Бик ҙур рәхмәт барыһы өсөн дә, Рәмилә, Айҙар. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Ҡотлау менән ҡәйенбикәң Гүзәл.