Все новости

Бәхет шишмәләре тулып торһон

Гүзәл МОСТАФИНАны ҡотлайбыҙ. 

Бәхет шишмәләре тулып торһон
Бәхет шишмәләре тулып торһон

Яңы Мораптал ауылы
Ҡәҙерле туғаныбыҙ, һеңлебеҙ, иркәбеҙ Гүзәл Айрат ҡыҙы МОСТАФИНАны (Мәҡсүтова) 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡлы тормош теләйбеҙ.
Туғаныбыҙ бик уңған, өлгөр, сабыр, кешегә ярҙамсыл, ҡулынан килмәгән бер эше лә юҡ. Ауылда эш булмағанлыҡтан ҡул һелтәп ултырмай ул, көн дә машинаһына ултырып Күмертау ҡалаһына эшкә йөрөй. Тормош иптәше Салауат менән өс малай һәм бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ике улы һәм ҡыҙы үҙе кеүек табип юлын һайланылар.
Туған йәнлеһең, һине бик яратабыҙ һәм ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә лә балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп йәшәргә яҙһын. Йөҙөңдөге йылмайыу, йәшәү дәрте бер ваҡытта ла һүрелмәһен. Салауат иптәшең менән бер-берегеҙгә терәк, кәрәк булып, ғүмер юлығыҙҙы бергә, балалар тәрбиәһендә үтергә яҙһын.
Ҙур юбилейың – матур, яҡты байрамың – ҡотло булһын, бәхет килтерһен.
Йылы һүҙҙәр, изге теләктәр
Бөгөн бөтә ерҙә яңғыраһын,
Яҙмыш бирһен муллап тән сихәте,
Бәхет шишмәләре тулып торһон.
Яҡындарыңдың ҡайнар мөхәббәте
Йәнде ғүмер буйы йылытһын.
Иң изге теләктәр менән Абдрашитовтар, Ғабдрахмановтар, Мәҡсүтовтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: