-6 °С
Облачно
Яңы Мораптал ауылы
Ҡәҙерле ҡыҙым һәм һөйөклө һеңлебеҙ Гүзәл Айрат ҡыҙы МОСТАФИНА үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерле Гүзәлебеҙ! Байрамың менән ихлас ҡотлап һиңә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә шатлығы, күңел тыныслығы, бәхет-ҡыуаныстар менән тулы оҙон ғүмер, тигеҙлек теләйбеҙ.
Бер ваҡытта ла әрнеү-һағыш белмә, гел мөләйем, оло йөрәкле, ярҙамсыл бул. Изге донъяның барлыҡ рәхәттәрен күреп, балаларыңдың, оноҡтарыңдың ихтирамын, күңел йылыһын тойоп, бергә-бергә күңелле итеп йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Аҡыллы ла, сабыр ҙа һин,
Тыйнаҡ һәм итәғәтле.
Ғүмерең буйҙарына һау-сәләмәт,
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле.
Юбилейың ҡотло булһын, һеңлем,
Йөҙҙәреңдә бәхет балҡыһын.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, ағайың Наурат, еңгәң Әлфирә һәм уларҙың балалары.