Все новости

Бәхетле тормошта йәшә

Нәфисә МӨЪМИНШИНАны ҡотлайбыҙ! 

Бәхетле тормошта йәшә
Бәхетле тормошта йәшә

Түбәнге Баба ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ - Нәфисә Рәдүт ҡыҙы МӨЪМИНШИНАның бөгөн күркәм байрамы - тыуған көнө!
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен! Ошо матур байрамыңда һиңә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап елдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын.
Иң изге теләктәр менән һине яратыусы тормош иптәшең Рәмил, ҡыҙҙарың Гөлназ, Айгөл, кейәүҙәрең Альберт, Кирилл, ейәнсәрҙәрең Амилия, Дарина.

Автор:
Читайте нас в