Все новости

Гел йылмайып йәшә

Рәсим ИШДӘҮЛӘТОВты ҡотлайбыҙ! 

Гел йылмайып йәшә
Гел йылмайып йәшә

Яҡут ауылы
Ҡәҙерле улым, мырҙам, авзыйыбыҙ Рәсим Рәшит улы ИШДӘҮЛӘТОВты йәшлегенең күркәм байрамы - 45 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ғаилә именлеге, йән тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек, эшеңдә ҙур уңыштар ғүмер буйы юлдаш булһын. Һәр ваҡытта шулай тырыш, изге күңелле, ихтирамлы һәм иғтибарлы булып, туғандарыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, беҙҙе ҡыуандырып, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде Хоҙай насип итһен.
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һиңә,
Ҡайғы еле һис тә теймәһен.
Тормош һынауҙары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә
Бәхет ҡунһын күңелең түренә,
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Зөһрә, апайың Айгөл һәм һылыу, мырҙаларың.

Автор:
Читайте нас: