Иң яҡын, иң яратҡан, иң ғәзиз кешебеҙ - Лилиә Миҙхәт ҡыҙы ТАҢАТАРОВА - 65 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылай, ошо уңайҙан уны ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һине ошо байрамың менән ҡотлап, баш эйеп рәхмәттәребеҙҙе әйтәбеҙ, һинең беҙҙең янда булыуың, күркәм юбилейыңды ҡаршылауың беҙҙең өсөн оло бәхет. Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, сәләмәтлектең ҡоростай ныҡлыһын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр, алтын ҡояш нурҙары күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын. Йән тыныслығы, күтәренке кәйеф юлдаш булһын!
Әтейебеҙҙең, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең тик шатлығын һәм игелеген генә күр. Сәләмәтлектә, мул, бәрәкәтле тормошта, бәхетле, оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Йәшәү дәрте һин беҙҙең өсөн,
Үтәр юлыбыҙға маяк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт һинә барһы өсөн дә
Беҙ бәхетле һинең яныңда,
Йәшә әней мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин барҙа.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.