Все новости

Доньялағы иң затлы кешебеҙ

Бөгөн Гөлнара ФӘТҠУЛЛИНАға 50 йәш тула.

Доньялағы иң затлы кешебеҙ
Доньялағы иң затлы кешебеҙ

Зәк-Ишмәт ауылы
Бөгөн беҙҙең өсөн ҙур байрам, беҙҙең иң яратҡан, иң ҡәҙерле кешебеҙ — әнейебеҙгә, нәнәйебеҙгә - Гөлнара Илдар ҡыҙы ФӘТҠУЛЛИНАға 50 йәш тула.
Ҡәҙерле әнейебеҙ, нәнәйебеҙ, беҙ һине тыуған көнөң менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – доньяла иң затлы, һауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ! Оҙон ғүмер һиңә!

“Әней!” - тип әйтә алыу - бәхет,
Һин йәшәйһең беҙҙе көтөп.
Беҙгә ҡылған теләктәреңде
Булһа ине, әней, бәхилләтеп.

Иң изге теләктәр менән балаларың Айгөл, Ильвина, Илина, кейәүҙәрең Рөстәм, Артур, ейән-ейәнсәрҙәрең Әминә, Ризван, Риана Айзилә, Руслан, Камила

Автор:
Читайте нас: