Все новости

Ҡояш кеүек балҡый йөҙҙәрең

Эльфир ӘМИРОВты ҡотлайбыҙ!

Ҡояш кеүек балҡый йөҙҙәрең
Ҡояш кеүек балҡый йөҙҙәрең

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әтиебеҙ Эльфир Мәхмүт улы ӘМИРОВты тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе, күңелдәге теләктәребеҙҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел, улар икһеҙ-сикһеҙ. Һинең кеүек сабыр, миһырбанлы, саф күңелле әтиҙәр бик һирәктер. Һин беҙҙең өсөн таяныс та, ышансы та, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Киләсәктә лә әней менән бер-берегеҙҙең күңел яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, һаулыҡта йәшәргә насип булһын үҙегеҙгә.
Ҡотло булһын, әтей, тыуған көнөң,
Ҡояш кеүек балҡый йөҙҙәрең,
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шатлыҡ менән
Үтһен һинең ғүмер көҙҙәрең.
Матур тормош, сәләмәтлек теләп
Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ
Шатлыҡ менән оҙон ғүмер үтеп,
Йәшәүеңде генә теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, улың, киленең, ҡыҙың, кейәүең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: