Все новости

Һөйөнөп һәм һөйөндөрөп йәшә!

Гөлнара ФӘТҠУЛЛИНАны ҡотлайбыҙ!

Һөйөнөп һәм һөйөндөрөп йәшә!
Һөйөнөп һәм һөйөндөрөп йәшә!

Зәк-Ишмәт ауылы
Ҡәҙерле әнейебеҙ, нәнәйебеҙ - Гөлнара Илдар ҡыҙы ФӘТҠУЛЛИНАны - 50 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, йән тыныслығы, тән сихәте, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ. Ҡайғы-хәсрәткә бирешмәй, әлегеләй ярҙамсыл, изге күңелле булып, балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең игелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Рәхмәттәргә һәм рәхәттәргә төрөнөп йәшә.
Һөйкөмлө ҡарашың ҡояшҡа тиң —
Бар тормошто нурға күмәһең.
Был донъяның барлыҡ хикмәттәрен
Бары тик һин генә беләһең.
Тормошта гел ярҙам итеп тора
Зирәк кәңәштәрең, йылы һүҙең.
Иркәләйһең, яратаһың, йыуатаһың,
Тыңлайһың да, аңлайһың да үҙең.
Сәләмәтлек, оҙон ғүмер яҙһын,
Гел көләс һәм йәш бул хәҙергесә!
Күңелең һинең күтәренке булһын,
Һөйөнөп һәм һөйөндөрөп мең-мең йәшә!

Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең исеменән ҡыҙың Ильвина.

Автор:
Читайте нас: