Все новости

Оҙаҡ йәшә, бәхетле бул

Фәүзиә ӘБСӘЛӘМОВАны ҡотлайбыҙ! 

Оҙаҡ йәшә, бәхетле бул
Оҙаҡ йәшә, бәхетле бул

Яңы Таймаҫ ауылы
Иң ҡәҙерле кешебеҙ - әниебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Фәүзиә Ваһап ҡыҙы ӘБСӘЛӘМОВАны 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Тормош күрке, ныҡлы терәгебеҙ, кәңәшсебеҙ булған ҡәҙерлебеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле тормош, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Әниебеҙ! Беҙгә - 4 балаңа ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биреүеңә мең-мең рәхмәттәребеҙҙе белдереп, күңел түребеҙҙә булған иң ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-яҡты яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп йәшә. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен!
Балаларыңдың һәм ейәндәреңдең игелеген, изгелеген күреп, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!
Һин бит беҙҙең өсөн яҡты ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, бәхетле бул
Иң ҡәҙерле кешебеҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Рузилә, Зөлмирә, Рима, улың Артур, кейәүҙәрең Раил, Румил, Фәрғәт, киленең Гүзәл, ейәндәрең Эльвина һәм Азамат кейәүең, Алина һәм Наил кейәүең, Радик һәм Элина киленең, Динислам, Тимур, Диана, Зарина, Рамаҙан, Кира, Кәрим, бүләләрең Айдан һәм Әмир.

Автор:
Читайте нас: