Все новости

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн

Минзәлә МӘСӘҒҮТОВА ғүмеренең күркәм байрамын ҡаршылай!

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн

Яҡут ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яратҡан, яҡын кешебеҙ - Минзәлә Мөхәррәм ҡыҙы МӘСӘҒҮТОВА ғүмеренең күркәм байрамын - 60 йәшлек юбилейын ҡаршылай!
Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек, һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Һиңә һаулыҡтың иң - иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң мулын теләйбеҙ. Күңелең һәр саҡ тыныс, таңдарың имен, барыр юлдарың асыҡ, эштәрең уң булһын. Киләсәктә лә бөгөнгөләй оло йөрәкле, киң күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, ныҡлы сәләмәилектә, тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар, туғандар ихтирамында, беҙ - балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен, оҙаҡ йәшәүеңде теләйбе! Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле булғаның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Йәшәү шатлығы һин - беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Шәүҡәт, ҡыҙың Ләйсән, улың Фидан, киленең Эльвира, ейәндәрең Данил һәм Искәндәр.

Автор:
Читайте нас: