Все новости

Ғүмереңдең балҡып торған мәле

Ғайнан АЛЛАБИРҘИН юбилейын билдәләй!

Ғүмереңдең балҡып торған мәле
Ғүмереңдең балҡып торған мәле

Ермолаево ауылы
Ҡәҙерле абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Ғайнан Ғайса улы АЛЛАБИРҘИН ғүмеренең күркәм байрамын - 70 йәшлек юбилейын билдәләй!
Ҡәҙерлебеҙҙе ошо матур байрамы менән ҡотлап уға иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, үткән ғүмергә үкенмәй, тормош иптәшең менән тигеҙ ғүмерҙә, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Ғүмереңдең балҡып торған мәле,
Типһәң – тимер өҙөр көс һиндә.
Һиндәгеләй изге, киң күңел
Эләкмәйҙер әле һәр кемгә.
Сәләмәтлек, бәхет, уңыш менән
Үтеп торһон килгән йылдарың.
Йәш булып ҡал, һиҙмәй йәшә әйҙә
Юртып ҡына ғүмер уҙғанын.
Иң изге теләктәр менән һылыуың Хәҙисә, кейәүең Рафиҡ һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: