Все новости

Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!

Альбина МИҺРАНОВАны ҡотлайбыҙ!

Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!

Ҡансыра ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ - Альбина Рафиҡ ҡыҙы МИҺРАНОВАны матур ғүмер байрамы уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм иң изге теләктәр генә теләйбеҙ!
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе,
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк,
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Ҡотлау менән улың Линар, киленең Рәсимә, ҡоҙағыйың Клара һәм ҡоҙаң Рәмил.

Автор:
Читайте нас: