Все новости

Тыуған көнөң ҡотло булһын, әней

Венера МӨХӘМӘТЙӘНОВАны ҡотлайбыҙ!

Тыуған көнөң ҡотло булһын, әней
Тыуған көнөң ҡотло булһын, әней

Зәк-Ишмәт ауылы
Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, әнейебеҙ һәм әбейебеҙ - Венера Ғәзиз ҡыҙы МӨХӘМӘТЙӘНОВАны алтын юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әнейебеҙ! Бөгөн һинең тыуған көнөң — тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң – беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, һауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә!
Рәхмәт, әней, беҙгә ғүмер бирҙең,
Төн йоҡламай ҡарап үҫтерҙең.
Йөрәк йылың ҡушып барыбыҙға
Йәшәр өсөн ныҡлыҡ, көс бирҙең.

Тыуған көнөң ҡотло булһын, әней,
Юбилейың уҙһын күңелле.
Балаларың бөгөн һине ҡотлай,
Ошо инде бәхет түгелме?!

Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйланың һин ғүмер юлыңда.
Онотмаҫбыҙ, әней, төплө һүҙең, зирәк фекерең,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.

Иң изге теләктәр менән әтейең Ғәзиз, әнейең Миңһылыу, иркәләрең Венер һәм Марс, улдарың Илнар, Илмар, килендәрең Ләйсән, Илүзә һәм ейән-ейәнсәрҙәрең Эмиль, Розалина, Малик, Амелия

Автор:
Читайте нас: