Все новости

Мәңге йәш булып ҡалһын йөрәгең

Ринат ТУҠТАРОВты ҡотлайбыҙ!

Мәңге йәш булып ҡалһын йөрәгең
Мәңге йәш булып ҡалһын йөрәгең

Көйөргәҙе районының Холодный Ключ ауылында тыуып-үҫеп, хәҙерге ваҡытта Кумертау ҡалаһында йәшәүсе, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, кейәүем, еҙнәбеҙ, бабайыбыҙ, олатайыбыҙ
ТУҠТАРОВ Ринат Ғизелхак улын 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Бынан 60 йыл элек ата-әсәһенең тәүге улдары, ҡыуанысы булып, йәмле көҙ көнөндә бар тәбиғәт ҡышка әҙерләнгән мәлдә, Көйөргәҙе районының иң матур төбәге, Холодный Ключ ауылында донъяға ауаз һалған Ринат Ғизелхак улы. Ата-әсә өмөтөн аҡлап, уларға ҙур терәк-таяныс булып үҫкән.
Һәр эште еренә еткереп башҡарыуың, тырыш, бөхтә булыуың менән һин һәр саҡ беҙгә үрнәк булып, беҙҙең өлгөлө ғаилә башлығы, һоҡланғыс атай, бик шәп олатай һәм киң күңелле ҡәҙерле кеше Ринат Ғизелхак улы Туҡтаров.

Эшеңдә һине бик ихтирам һәм хөрмәт итәләр. Әле лә һин һәр кешегә, туғандарыңа кешелекле, изгелеклеһең. Улың Айҙар һәм ҡыҙын Ренатаға һөнәр һайлауҙа дөрөҫ кәңәш биреп, уларҙы оло юлға сығарыуҙа ҙур көс һалдың. Балаларың да, һинең өмөтөңде аҡлап, әлеге ваҡытта нефть-газ өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөйҙәр.
Хаҡлы ялда булыуыңа ҡарамаҫтан, элеге көндә лә Себерҙә вахта ла эшләп йөрөй, бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырғанын күргәнебеҙ юҡ. Апайыбыҙ Фәнүзә менән ейәнсәрегеҙ Миленаны тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам күрһәтәһегеҙ, баҡса тултырып еләк-емеш, йәшелсә үҫтерәһегеҙ, килгән һәр беребеҙҙе яҡты йөҙ, өҫтәл тулы ризыҡ менән ҡаршы алып, оҙатаһығыҙ. Туғандарыңа, дуҫтарыңа, балаларға аҡыллы кәңәштәреңде биреп, терәк булып, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерһең. Шуға ла һине барыһы ла ярата, ихтирам итә.
Юбилеейың менән, беҙҙең өсөн ҡәҙерле тормош иптәшем Ринат, атайыбыҙ, олатайым, кейәүем, еҙнәбеҙ, бабайыбыҙ! Һәр ваҡыт шат, сәләмәт бул, йөҙҙәреңдән йылмайыу китмәһен. Һәр атҡан ал таңға ҡыуанып, балаларыңдың, туғандарыңдың шатлыҡтарын ғына күреп, яратҡан Фәнүзә апайыбыҙ менән парлап, етәкләшеп барырға насип булһын һеҙгә матур тормошта! Күңелеңдә шатлыҡ булһын, яҡындарыңдың һөйөүен һәм күңел йылыһын тойоп йәшә.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Матур атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың.
Сәстәрең аҡ, тик йөрәгең
Мәңге йәш булып ҡалһын.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнүзә, балаларың Айҙар, Алина, Рената, ейәнсәрең Милена, туғандарың Рузилә, Филүзә, Зиннур, Раил,Альбина, Азамат, Гөлназ һәм барлыҡ балаларыбыҙ.

Автор:
Читайте нас: