Все новости

Бәхетле тормош көтөргә яҙһын!

 Радик ЛАТЫПОВты ҡотлайбыҙ!

Бәхетле тормош көтөргә яҙһын!
Бәхетле тормош көтөргә яҙһын!

Ялсыҡай ауылы кейәүе, Мәләүез районы Ҡотлобулат ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Мәләүез ҡалаһында ғүмер итеүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайым, олатайым - Радик Әхмәт улы ЛАТЫПОВты ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Хәстәрлекле атайыма, олатайыма, тырыш, ярҙамсыл, көслө рухлы, яҡын кешебеҙгә оҙон ғүмер, һаулыҡ, сәләмәтлек, мул тормош теләйбеҙ. Һине һәр саҡ хөрмәт итеп тороусы яҡын кешеләрең, тоғро дуҫтарың эргәңдә булһын. Уйҙарың яҡты, тыуыр көндәрең аяҙ, йөрөгән юлдарың уң булһын. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, беҙгә терәк-таяныс булып, яҡындарыңдың изгелеген күреп, беҙҙең менән бергә бәхет-шатлыҡтарға төрөнөп йәшәргә яҙһын.
Ошо ҡотлауҙарға беҙ ҙә Макуловтар, Мөрсәлимовтар һәм ҡәйнәң Нәсимә ихлас күңелдән ҡушылабыҙ. Һиңә иҫәнлек, һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ, сабырлыҡ теләйбеҙ. Ауырлыҡтарға бирешмәй, ҡәҙерле тормош иптәшең Гөлсинә менән тиң ғүмерҙә, бәхетле тормош көтөргә яҙһын!
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Беҙ йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлсинә, ҡыҙың Динара һәм ейәнең Аврам.

Автор:
Читайте нас: