Все новости

Нур һибеп, матур йәшә!

Миләүшә ГАЛИНАны ҡотлайбыҙ!

Нур һибеп, матур йәшә!
Нур һибеп, матур йәшә!
Яманғол ауылы 

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡатыным, һылыуым, балдыҙым Миләүшә Әсхәт ҡыҙы ГАЛИНАны юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һинең 50 йәшлек матур юбилейың — дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерҙәрен белеү осороң етеү менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәрғә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә!

Тормош һуҡмағынан ғорур атла, 

Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама,
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә 
Яҡындарың менән йәнәшә.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Рәис, улдарың, ейәндәрең, апайың Эльвира, еҙнәң Зиннур. 
Автор:
Читайте нас: