Все новости

Бар теләгең ашһын тормошҡа

Илдар ТҮЛӘКОВты ҡотлайбыҙ!

Бар теләгең ашһын тормошҡа
Бар теләгең ашһын тормошҡа

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, ҡайным, олатайыбыҙ - Илдар Ришат улы ТҮЛӘКОВты ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Ҡәҙерлебеҙ, һин оҫта ҡуллы, йор һүҙле, тырыш кеше, тормоштан йәм табып, яҡындарыңды шатландырып йәшәй беләһең. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә лә әнейебеҙ менән бергә парлы булып, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп, һаман беҙгә терәк, кәрәк булып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын тормошҡа.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Миләүшә, ҡыҙың Лиана, улың Илмир, кейәүең Зариф, ейәнең Авзал һәм ейәнсәрең Залина

Автор:
Читайте нас: