Все новости

Бәхетле ғүмер кисер

Рәмил БУРАНҒОЛОВты ҡотлайбыҙ!

Бәхетле ғүмер кисер
Бәхетле ғүмер кисер

Илкәнәй ауылы
Ҡәҙерле улым, мырҙабыҙ, ҡәйнешебеҙ, авзыйыбыҙ Рәмил Наил улы БУРАНҒОЛОВты йәшлегенең күркәм байрамы - 35 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ туғандарына һәр саҡ ярҙамсыл булған, яҡты күңелле кеше. Яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, нурлы көндәр, күңел көрлөгө, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Киләсәктә лә һәр атҡан таңға ҡыуанып, беҙгә терәк-таяныс булып, именлектә-һаулыҡта беҙҙең менән бергә оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күңелдә!
Иң изге теләктәр менән әсәйең, апайҙарың, еҙнәләрең, туғандарың.

Автор:
Читайте нас: