Все новости

Бәхетле көндәр көтһөн

Гөлсөм ХӘНБӘКОВАны ҡотлайбыҙ!

Бәхетле көндәр көтһөн
Бәхетле көндәр көтһөн

Стәрлетамаҡ ҡалаһы
Ҡәҙерле ҡыҙым, һеңлебеҙ, апайыбыҙ - Гөлсөм Марс ҡыҙы ХӘНБӘКОВАны ысын күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Киләсәктә лә үҙеңдә булған гүзәллекте һаҡлап ҡал. Һине таҙалыҡ- һаулыҡ, яҡты киләсәк, бәхетле, матур көндәр көтһөн, дуҫтарың, туғандарың, балаларың тик һине һөйөндөрһөндәр, ҡыҙым!
Һәр ваҡыт шулай уҡ сибәр, көләс йөҙлө, асыҡ күңелле булып ҡал! Һәр көнөң шатлыҡ ҡыуаныс менән тулһын, яҡын кешеләреңде һөйөндөрөп, ҙур уңыштарға ирешеп бәхетле булып йәшәргә яҙһын!
Тыуған көнөндәге һымаҡ
Дуҫтар һәр саҡ булһын янда,
Һайрап ҡына уятһындар
Ҡоштар һине һәр бер таңда.
Бөгөнгә тиклем ашмаған
Теләктәрең булһын ҡабул,
Изге күңелле, һау-сәләмәт,
Тәүфиҡлы ғына һин бул!!!
Ҡотлауҙар менән әнейең, Гөлназ апайың, Азамат еҙнәң, Карина, Дилара һылыуҙарың

Автор:
Читайте нас: