Яҡшымбәт ауылы
Бөгөн беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм иң ғәзиз кешебеҙ, тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ - Мәрйәм Ғирфан ҡыҙы СЫНБУЛАТОВА ғүмеренең күркәм байрамын - 70 йәшлек юбилейын ҡаршылай!
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле әнәйебеҙгә һаулыҡтың иң-иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ.
Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп йәшә.
Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен. Һәр ваҡытта шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, бер ваҡытта ла йөҙөңдән йылмайыу китмәһен!
Ошо матур байрамыңда һиңә мең-мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, беҙгә терәк булып, әтейебеҙ Фриль Мөхтәр улы менән оҙон-оҙаҡ, сәләмәтлектә, бәхетле тормошта, тыныслыҡта, парлы ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин - беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.