Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ - ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Рәшиҙә Фәрит ҡыҙы Искәндәрованы - 49 йәшлек байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлебеҙ, һине тыуған көнөң менән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Тыуыр таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын!
Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Яғымлы һүҙҙәреңде ишетеү, арҡанан һөйөп яратыуҙарыңды тойоу, үҙе бер бәхет. Һин булғанда тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Беҙгә биргән матур тәрбиәң, ҡайнар мөхәббәтең, хәстәрлегең, сабырлығың, һаман беҙҙе ҡайғыртып йәшәүең өсөн рәхмәт.
Ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелектәрен күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә, һаулыҡта ғүмер итергә насип итһен.
Киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүлә-бүләсәләреңдең матур яҙмышына шаһит булып, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәрен кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, именлектә, бәхеттә, күңел нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мирас, әсәйең, ҡыҙҙарың, улдарың, кейәүең, һәм ейәнең.