Кинйәбай ауылында тыуып-үҫеп, әлеге ваҡытта Айсыуаҡ ауылында йәшәүсе апайыбыҙҙы, әсәйебеҙҙе, өләсәйебеҙҙе, ҡәйнәбеҙҙе, инәйебеҙҙе ЙӘНБИРҘИНА Тәнзилә Әхмәтшәриф ҡыҙын 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Беҙгә йәшәү нуры биргәнең өсөн Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә. Оҙон ғүмер, тән сихәте, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Сәстәреңә сал керһә лә,
Һин бит беҙҙең йөрәк түрендә.
Оҙаҡ йәшә ауырымайынса,
Һин – был донъяла бер генә.
Ҡотлау менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, мырҙаларың, килендәрең һәм барлыҡ туғандарың.