

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әнәйебеҙ, өләсәйебеҙ, киленем, еңгәбеҙ Рәмзиә Ғайзулла ҡыҙы БИКМАЕВАны ғүмер байрамы 65 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ, һиңә йөрәгебеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Хоҙай Тәғәләм үҙеңде һаулыҡтан, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Үҙеңә генә тап килгән сифаттарың бик күп: тоғро ҡатын, балаларың, ейәндәрең, ейәнсәрҙәрең өсөн өҙөлөп торған әнәйһең, өләсәйһең, сабырһың, егәрлеһең, ике яҡтан да туғандарҙы тигеҙ күреүең өсөн бик ҙур рәхмәт. Һәр саҡ алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алып, мул ризыҡтарың, тәмле сәйҙәрең менән һыйлайһың. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, уйҙарыбыҙ яҡты. Йөрәгең һәр ваҡыт шатлыҡ менән генә типһен.
Тормош иптәшеңдең, балаларыңдың, кейәүҙәреңдең, ейәндәреңдең, ейәнсәрҙәреңдең, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, изгелектәрен күреп, бәхеттәренә генә төрөнөп оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә насип булһын. Һәр атҡан таңға, яуған ап-аҡ ҡарҙарға, шифалы ямғырҙарға, наҙлы иҫкән елдәргә ҡыуанып, яҡындарың менән тағы ла бик күп йылдар тыуған көндәреңде күрергә насип булһын беҙҙең ҡәҙерлебеҙ!
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама.
Һау-сәләмәт булып, оҙаҡ йәшә,
Ғаиләң, туғандарың менән йәнәшә.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Марат, ҡыҙҙарың Альбина, Венера, Рәсилә һәм улдарҙың ғаиләләре, туғандарың: апайың Рәхилә, бикәстәрең Рәмилә, Райхана, ҡәйнешең Рафиҡ һәм уларҙың ғаиләләре.