Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
6 Декабрь 2023, 05:06

Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңә

Фәүриә ЙОСОПОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңәАҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңә
Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңә

Үрге Баба ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған, яратҡан һылыуыбыҙ, хөрмәтле туғаныбыҙ Фәүриә Мөхәрәм ҡыҙы ЙОСОПОВАны оло ғүмер байрамы - 60 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡышҡы тәбиғәт ап-аҡ сафлыҡ менән ҡапланған кеүек һинең дә күңелең саф, теләктәрең изге, һәр нимәгә өлгөр, уңған хужабикәһең. Ошо матур юбилейың айҡанлы иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, бәхетле, парлы, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, яҡындарыңа терәк-таяныс булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, оҙон-оҙаҡ бәхетле, мул тормошта йәшә лә йәшә.
Шулай уҡ, ошо көндәрҙә, ҡәҙерлебеҙ Фәүриә Мөхәррәм ҡыҙының кейәүебеҙ Салауат Ғайфулла улы менән бергә, матур итеп тырышып тормош ҡороуҙарына 40 йыл тулыу менән дә ҡотлайбыҙ. Икегеҙ ҙә бик тырыш, балаларығыҙға хәстәрлекле атай һәм әсәй һеҙ. Баҡса тулытырып йәшелсә-емешсә үҫтерләр, ихата тултырып ҡош-ҡорт, күп итеп мал аҫрайҙар. Оҙаҡ йылдар колхозда тырышып эшләгән ҡәҙерлеләребеҙ икеһе лә хеҙмәт ветерандары. Киләсәктә лә бер-берегеҙҙең күңел яҡтылығын тойоп, бәхетле ғүмер кисерегеҙ. Балаларығыҙҙың, ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, туғандарығыҙҙың ихтирамын тойоп, изгелектәрен күреп, оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Ер шарында булған матурлыҡы,
Изгелекте бергә йыйғанһың.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңә
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен
Һау-сәләмәт булыу үҙе бәхет
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән апайың Тәнзилә, Рәүзилә, еҙнәң Әхтәм һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас