

Яҡут ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Үрге Баба ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, еңгәбеҙ, инәйебеҙ Фәүриә Мөхәрәм ҡыҙы ЙОСОПОВАны ғүмеренең күркәм байрамы – 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Күркәм ғүмер байрамы менән тәбрикләп еңгәбеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ-һөйөнөстәр теләйбеҙ. Киләсәктә лә әлегеләй тормошто яратып, яҡын һәм ҡәҙерле кешеләрең менән оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Һәр саҡ шулай уңған, ихлас, ярҙамсыл, кешелекле һәм көслө рухлы булып ҡал. Гел шулай ҡояштай нурға күмелеп, ихтирамға лайыҡ булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, бәрәкәтле, мул тормошта йәшә лә йәшә!
Шулай уҡ авзыйыбыҙ Салауат менән иңгә-иң терәшеп, бергә ғүмер кисереүегеҙгә 40 йыл тулыу менән дә ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә балаларығыҙҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәрен кисереп, яҡындарығыҙға йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшәгеҙ ҙә, йәшәгеҙ.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә,
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән кейәүең Шамил, бикәсең Зөһрә һәм уларҙың балалары.