Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
6 Декабрь 2023, 12:25

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә

Фәүриә Йосоповаға иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дәРәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә

Үрге Бабалар ауылы
Ҡәзерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Фәүриә Мөхәррәм ҡыҙы Йосопованы 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешеһең! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең,һине күңел көрлөгө һис ҡасан ташламаһын,һәр тыуар көн бәхетле хәтираләр, яҡты уйҙар бүләк итһен,ныҡлы сәләмәтлектә, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың изгелегендә, киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп иҫән-имен йәшәргә насип булһын.
Әлегеләй алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, дәртле булып ҡал. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һеҙ булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Салауат, улың Сабир, ҡыҙҙарың Румия, Лиана,кейәуең Алик, ейән-ейәнсәрҙәрең Альберт, Арина.

Автор:
Читайте нас