

Күңелеңдә - тыныслыҡ, тәнеңдә- сихәт,тормошоңда именлек бер ваҡытта ла китмәһен,балаларыңдың бар шатлығын,һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙарҙы белмәһен! Береһенән береһе биш матур ҡыҙҙарыңдың изгелеген күреп,тормош иптәшең - атайыбыҙҙың терәк - таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта оҙон - оҙаҡ йәшәргә яҙһын!!!
Көслө рухлы халыҡтың ҡыҙы.
Маҡтанырға яратмайым,
Маҡтаныуҙа ла эш түгел,
Әнәйем тураһында яҙайым,
Тулҡынланым торғанға күңел.
Бер ҡыҙ бала әсәһенән:
"Ҙур үҫкәс ҡайһы һөнәрҙән
Күберәк күрермен файҙаһын?"-
Тип туранан-тура һораған.
Әсәһе ябай эшсе булһа ла
(ғүмере буйына-һауынсы),
Бәләкәй ҡыҙына аңлата:
" Балаҡайым, йөрәгеңде тыңла.
Ниндәй һөнәр эйәһе булһаң да,
Иҫеңдә тот: тамырҙарыңда
Башҡорт ҡаны аға!
Яҡты уйҙар менән генә
Тик алға һин атла;
Һынып ҡалма бер ниҙән,
Башҡорт илен данла.
Көслө рухлы халыҡтың
ҡыҙы икәнен онотма!"
Ата ла ситтә һүҙһеҙ ҡалмай:
" Һин- гөлгә ҡунған күбәләк,
Бел: бөтә һөнәр ҙә кәрәк.
Тик уҡытыусы булыу-
Бөтәһенән дә бөйөгөрәк!"
Ата - әсә һүҙен ишеткәс,
БДГи- ны тамамлағас,
Әнәй Ырымбурға юл тота,
Ә биш йылдан балалар уҡыта.
Яҡуп ауылы мәктәбе-
Уның ныҡлы, татыу ғаиләһе!
Бында килә ул ашҡынып,
Үҙ уҡыусыларын һағынып!
Хәҙер ул уҡыусыларына,
Биш күбәләктәй ҡыҙына
Алһындар өсөн төплө белем,
Өйрәтә башҡорт телен.
Кескәй бала күңеленә
Һалғанда белем орлоғон,
Һәр саҡ иҫендә тота
Ата- әсәһенең изге һүҙен!
(P.S: был донъяла беҙ бәхетле - һин беҙҙең янда булғанға)
Килмәтова Айзилә, Һамар дәүләт тимер юлдар университетың медицина колледжы 4 - се курс студенты.