Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
13 Декабрь 2023, 07:05

Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин

Айгөл ИЛЬЯСОВАны ҡотлайбыҙ! 

Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һинБеҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин

Донъялағы иң яҡын кешебеҙҙе - ҡатыным, әсәйебеҙ - ИЛЬЯСОВА Айгөл Исмәғил ҡыҙын юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерҙәрен белеү осороң етеү менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күнме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡотлау менән тормош иптәшең, балаларың - Дим, Линара һәм кейәүең Айҙар.

Автор:
Читайте нас