Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
14 Декабрь 2023, 05:08

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Рөстәм ИҘРИСОВты ҡотлайбыҙ!

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһынЭштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Яманһары ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, атайыбыҙ, һөйөклө улыбыҙ, туғаныбыҙ Рөстәм Камил улы ИҘРИСОВты матур ғүмер байрамы 35 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бар эшкә лә уңған, ниндәй генә эшкә тотонһа ла бына тигән итеп башҡарып ҡуя. Һәр эш ҡоралы ҡулында уйнап ҡына тора. Балалары өсөн йән атып торған атай ул.
Һине тыуған көнөң менән ҡотлап теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен. Һаулығың булһын ҡоростай, ғүмер юлың булһын оҙон матур бер йыр төҫлө. Эштәрең булһын һәр саҡ уң. Көләс йөҙөң һәр саҡ балҡып торһон.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасанда, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын тормошҡа.
Иң изге теләктәр менән атайың, әсәйең, тормош иптәшең, балаларың һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:
Читайте нас