Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
15 Декабрь 2023, 04:38

Бөгөнгөләй бәхетле бул!

Лилиә АГИШЕВАға изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Бөгөнгөләй бәхетле бул!Бөгөнгөләй бәхетле бул!
Бөгөнгөләй бәхетле бул!

Яңы Мораптал ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ,
ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешебеҙ - Лилиә Абдулла ҡыҙы АГИШЕВАны матур ғүмер байрамы – юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетле. Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!

Был көн шундай күңелле һин тыуғанға,
Был донъя шундай яҡты һин булғанда.
Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға.
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул!
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре үҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!

Иң изге теләктәр менан ҡыҙҙарың Гүзәл, Алиса, кейәүҙәрең Рәмил, Илнур, 4 ейәнең һәм уларҙың тормош иптәштәре, 5 бүлә-бүләсәрең

Автор:
Читайте нас