Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
15 Декабрь 2023, 05:09

Бик рәхмәтлебеҙ

Лилиә АГИШЕВАны уҡыусылары ҡотлай! 

Бик рәхмәтлебеҙБик рәхмәтлебеҙ
Бик рәхмәтлебеҙ

Яңы Мораптал ауылы
Хөрмәтле Агишева Лилиә Абдул ҡыҙын ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең бала сағыбыҙ, йәшлек йылдарыбыҙ һеҙҙең ҡанатығыҙ аҫтында үтте. Беҙҙең класс етәксебеҙ булғанға һаман да һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Һәр саҡ сабыр ғына яманлыҡтан яҡшыны айырырға, тормошта үҙ юлыбыҙҙы табырға өйрәткәнегеҙ өсөн бик рәхмәтлебеҙ.
Хөрмәтле класс етәксебеҙ Лилиә Абдул ҡыҙына иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ:
Сәләмәтлектең ҡоростай ныклығын, шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын, ҡояш нурҙарының йылыһын, таң елдәренән иң наҙлыһын, укыусыларыңдың яғымлы ҡараштарын, игелектәрен күреп, иҫән-һау булыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Ҡотлау менән 1986 йылғы Б класы.

Автор:
Читайте нас