

Отрада ауылы
«Йәнтөйәк» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле һандуғасы, оҙак йылдар беҙҙе үҙенең моңло тауышы менән һөйөндөрөүсе Закира Ғайфулла ҡыҙы ӘЛМӨХӘМӘТОВАны 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Тырыш, һәр ваҡыт әүҙем хеҙмәттәшебеҙ төрлө конкурстарҙа ҡатнашып бик күп лауреаттар исеменә лайыҡ булды.
Ғүмер байрамы менән хөрмәтле кешебеҙҙе ысын күңелдән тәбрикләп уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, уңыштар, именлек теләйбеҙ. Киләсәктә лә моңло тауышың менән тамашасыларҙың хөрмәтен, алҡыштарын яулап, күңелдәргә илһам, дәрт өләшеүсе булып, бергә-бергә эшләргә һәм йәшәргә яҙһын!
Бындай көндә ниҙәр теләһәк тә,
Әйтеп бөтөп булмай, әҙ һымаҡ...
Оҙон көйөң кеүек ғүмерле бул,
Йәмле тормош бирһен, моң һымаҡ.
Йән һөйгәнең, балаларың,
Нурлаһын йәндәреңде.
Моң шишмәләрең ҡоромай,
Күтәрһен дандарыңды.
Ҡотлау менән «Йәнтөйәк» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле коллективы исеменән етәксеһе Айзилә Альберт ҡыҙы Юлуева.