

Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын, ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө улым, туғаным, ҡәйнешем, абзыйыбыҙ һәм бабайыбыҙ - Зөфәр Ғиндулла улы ЙЫҺАНШИНды матур байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле, ярҙамсыл, алсаҡ йөҙлө, асыҡ күңелле яҡыныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарында һөйөнөп, киленебеҙ, еңгәбеҙ Рәхимә Йыһанур ҡыҙы менән муллыҡта һәм татыулыҡта, парлы тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманың оҙон-оҙаҡ йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан бөгөнгөләй шат-көләс йылмайыуың, бәхет нурың китмәһен.
Ҡәҙерлебеҙ! Киләсәктә гел шулай алсаҡ йөҙлө, изге куңелле, матур булып ҡалыуыңды, яҡындарыңдың наҙына, һөйөүенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ! Тормошта һинең һымаҡ ауыр саҡта таянырҙай, ышаныслы,эшһөйәр, кешелекле һәм кеселекле кешеләр бик һирәк осрай. Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ һәм ошо матур байрамығыҙҙа һеҙгә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән,
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге ҡотлау теләктәре менән әнейең Ғәтиә, апайың Зифа, еҙнәң Сахавил, мырҙаң Әхмәт, киленең Филүзә һәм уларҙың балалары.