Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
20 Декабрь 2023, 03:59

Ихласлығың тартып тора үҙеңә

Йәмилә РАМАҘАНОВА алтын юбилейын билдәләй.

Ихласлығың тартып тора үҙеңәИхласлығың тартып тора үҙеңә
Ихласлығың тартып тора үҙеңә

Күмертау ҡалаһы
Бар тирә-яҡ ап-аҡ сафлыҡҡа төрөнгән миҙгелдең тылсымлы көнөндә ҡәҙерле яҡыныбыҙ Йәмилә Сабир ҡыҙы РАМАҘАНОВА үҙенең алтын юбилейын билдәләй.
Яғымлы, көслө рухлы, кешелекле, изге күңелле, бал ҡортондай егәрле, эшһөйәр, туған йәнле, ярҙамсыл Йәмиләбеҙҙе бөгөнгө бәхетле, шат, сәләмәт йылмайыуы бер ҡасан да ташлап китмәһен.
Ҡанатландырған хыялдарың тормошҡа ашһын, киләсәктә лә яратҡан эшеңдән, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарында һөйөнөп, бәрәкәттә, һаулыҡта, ике улың – ике ҡанатыңдың изгелеген күреп, уңыштарына, бәхетенә, парлылыҡтарына һөйөнөп йәшә, ҡәҙерлебеҙ.
Беҙгә йылылыҡ өләшеүсе йөрәгеңә тағы ла йәшәү дәрте, донъяға булған һөйөү көсө өҫтәлһен, ихлас хәстәрҙәрең үҙеңә лә ҡот-ырыҫ булып ҡайтһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле.
Аҡыллыбыҙ! Тормоштоң тәмен тойоп, тулҡындары менән ярышып, тулы бәхеткә ҡойоноп йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙеңә,
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән Ғәлиевтар, Мөхәмәтшиндар, Иманғоловтар, Байгазиндар, Ишмөхәмәтовтар.

Автор:
Читайте нас