Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
21 Декабрь 2023, 05:24

Именлектә йәшәргә насип булһын

Фәнис УСМАНОВты ҡотлайбыҙ! 

Именлектә йәшәргә насип булһынИменлектә йәшәргә насип булһын
Именлектә йәшәргә насип булһын

Ҡарай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡайным, олатайыбыҙ - Фәнис Абдулла улы УСМАНОВты ғүмеренең күркәм байрамы - 55 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоңда һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, ғаилә именлеге һәм эшеңдә ҙур уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып матур, парлы тормошта, һәр атҡан таңға ҡыуанып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтендә яҡындарың менән именлектә оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Лилиә, улың Айнур, ҡыҙың Розалина, кейәүең Руслан һәм ейән-ейәнсәрҙәрең Руфина менән Арслан.

Автор:
Читайте нас