Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
22 Декабрь 2023, 04:58

Яҡты нурҙар һибеп йәшә донъяға

Юлиә КАНТЮКОВАны ҡотлайбыҙ!

Яҡты нурҙар һибеп йәшә донъяғаЯҡты нурҙар һибеп йәшә донъяға
Яҡты нурҙар һибеп йәшә донъяға

Шәбағыш ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған, ғәзиз кешебеҙ, киленебеҙ, еңгәйебеҙ, килендәшебеҙ - Юлиә Ислам ҡыҙы КАНТЮКОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тормош иптәшең Хәйҙәр менән, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелеген күреп, йортоғоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк, кәрәк булып, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән бейемең Сара, ҡәйнешең Айҙар, килендәшең Зилә, ҡәйнешең Раил, килендәшең Рәсимә һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас